Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨЛМӘЙ, йылға

Просмотров: 373

ТӨЛМӘЙ, йылға, Инйәр й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Кварц тауынан көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Силәбе өлк. һәм БР‑ҙың Белорет р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Инйәр й. (тамағынан 126 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 62 км, басс. майҙаны 585 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 5,9 м3/с. Басс. рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, карст үҫешкән. Ландшафы кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандарынан һәм аҡһыл һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт. Басс. 88%‑ын урман ҡаплаған, яҡынса 1%‑ы һаҙланған. Т. басс. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендә урынлашҡан. Ҡушылдыҡтары: уң — Ямашты; һул — Рәүәт һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019