Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, күл

Просмотров: 371

ТӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Үләнде а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 3,0 км2, оҙонлоғо 2,2 км, уртаса киңлеге 1,3 км, уртаса тәрәнлеге 1,5 м (макс. — 3,5 м), һыу күләме 4,8 млн м3. Йылайыр свитаһының грауваккаларында һәм карбон габбро‑диабаздарында барлыҡҡа килгән; соҡоро табаҡ һымаҡ. Тымыҡ күл, һыу кимәленә юғары тирбәлеү амплитудаһы хас. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Һыуы тоҙло. Эвтрофлы, үтәләй туңыусан күл. Ярҙары һөҙәк, көнсығыш һәм көнбайышы — ҡалҡыу. Тирә‑яҡ ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан һәм ҡара болон тупрағындағы болонло далаларҙан тора. Яр буйын күл ҡамышы, күрән, таръяпраҡ екән, ябай ҡамыш һ.б. ҡаплаған, күлдә ҡымыҙлыҡ, йөҙөүсән һыу үләне, теҙмәяпраҡ һыу үләне һ.б. үҫә. Аҡбаш сыпҡай, көйөлдө, ҡарабаш сарлаҡ, сумғыс өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Ҡоролоҡ йылдарында һаҙлана.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019