Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘНЕШ, һырт

Просмотров: 558

ҮТӘНЕШ, Ү т ә м е ш, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Мәләүез р‑ны буйлап Нөгөш һәм Ағиҙел йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрҙән тора. Төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо яҡынса 9,5 км, көньяҡ өлөшөнөң — 9 км, киңлектәре яҡынса 3,5 һәм 3,5—4 км. Абс. бейеклеге 602 м. Бейеклектәре 415—602 м еткән 7 түбәһе бар. Рельефы тәпәш таулы, каньон формаһындағы йылға үҙәндәре, уйһыулыҡтар һәм йырындар м‑н йырғыланған. Түбәләре яҫы, битләүҙәре текә, көньяҡта Ағиҙел й. текә яры, таш ишелмәләре, ҡалдыҡ тауҙар осрай. Вендтың әшә свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡлы һәүерташтарынан ғибәрәт. Ү. битләүҙәрендә Нөгөш ҡушылдыҡтары (Уғоя, Үтәмеш һ.б. йылғалар) һәм Ағиҙел ҡушылдыҡтары (Ҡарамалы, Ҡыҙылъяр, Һарғай һ.б.) башлана. Ландшафы төньяҡ өлөшөндә һоро урман тау тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, көньяҡ өлөшөндә һоро тау‑урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы йүкә‑имән-саған ҡатыш дала үләнле киң япраҡлы урмандарҙан тора. Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан.

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019