Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨПСӘН 1-се, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 325

ТӨПСӘН 1-се, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнc. табан 81 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында, Эйек заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 236 кеше; 1920 — 338; 1939 — 247; 1959 — 189; 1989 — 181; 2002 — 156; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Төпсән булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Айытҡужа, Аҡҡусҡар, Йомағужа Төпсәновтар билдәле. Шулай уҡ Урсай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 15 йортта 117 кеше йәшәгән, 1866 й. 23 йортта — 223 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. уртаһында 2‑се Төпсән бүлендек ауылы (20 б. 80‑се йй. тиклем булған) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019