Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРӨКМӘН 1-се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 329

ТӨРӨКМӘН 1-се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 69 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Туғажман й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 825 кеше; 1920 — 637; 1939 — 255; 1959 — 275; 1989 — 1270; 2002 — 1190; 2010 — 1043 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (башҡ. халыҡ театры), китапхана, Сөләймәнов Ғ. музейы, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Темәс а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Төрөкмән булараҡ нигеҙ һала. Улус старшинаһы Төрөкмән Йәнcәйетов исеме м‑н аталған. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып киткән. 1795 й. 18 йортта 190 кеше йәшәгән, 1866 й. 116 йортта — 628 кеше. Мәсет булған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ғ.З.Сөләймәнов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019