Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРӨКМӘН, ауыл, Октябрьский ҡ. эсендә

Просмотров: 303

ТӨРӨКМӘН, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә.

Ауылға 1684 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1738 й. бында ш. уҡ шарттарҙа сыуаштар, 1738 й., 1792 й. типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре, 1743 й., 1759 й. мишәрҙәр, 1750 й. Ҡазан даруғаһы Байлар улусынан керҙәш башҡорттар күсеп килгән. 1795 й. 203 кеше йәшәгән, 1865 й. 95 йортта — 490 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып Т. булараҡ теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 1020 кеше; 1920 — 1257; 1939 — 1301 кеше. 1946 й. Туймазы р‑нының Мулла а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019