Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘЙЗУЛЛИН Миҙхәт Муса улы

Просмотров: 407

ФӘЙЗУЛЛИН Миҙхәт Муса улы (1.1.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а. — 28.5.1998, Ишембай ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1944 й. алып “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында: слесарь, 1946 й. башлап газ м‑н иретеп йәбештереүсе, 1948 й. — газ операторы, 1955 й. алып газ эше слесары. 1959—87 йй. “Ишимбаймежрайгаз” тресының газ һәм электр м‑н иретеп йәбештереүсеһе. Ф. ҡатнашлығында 9‑сы биш йыллыҡ планды үтәгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшелә. Ленин (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м-н бүләкләнгән.

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019