Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРӨМБӘТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

ТӨРӨМБӘТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Төрөмбәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 27 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 489; 1939 — 739; 1959 — 565; 1989 — 563; 2002 — 573; 2010 — 559 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Степановка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Йыйын” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы Мораҙым а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Төрөмбәт исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 55 йортта 371 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып 1‑се Т. (443 кеше) һәм 2‑се Т. (296 кеше) аа. булараҡ теркәлгән, һуңынан улар хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алынған. М.Ш.Ибраҡов, В.И.Ильясов, Р.С.Назаров ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019