Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОИЦК, ҡала

Просмотров: 341

ТРОИЦК, ҡала (1784 й. алып), Троицк өйәҙенең адм. үҙәге (1784—1923). 1743 й. Троицк ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына. 19 б. 60‑сы йй. алып Ырымбур казак ғәскәренең 3‑сө хәрби бүлеге үҙәге. 1811 й. 1500 кеше, 1825 й. — 3218 (ш. иҫ. 215 чиновник ғаиләһе, ғаиләһе м‑н 492 отставкалағы һалдат, 159 сауҙагәр һәм мещан, 357 ялсы һ.б.), 70‑се йй. 8081 кеше (сауҙагәрҙәр артҡан) йәшәгән. 1811 й. 525, 1898 й. — 1446 торлаҡ йорт (шуның 55‑е таштан) булған. Халыҡ башлыса, игенселек, сауҙа, һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән. 1898 й. 252 сауҙа кибете, 34 сәнәғәт пр‑тиеһы (тире иләү, һабын ҡайнатыу, он тартыу, һыра ҡайнатыу, туң май иретеү заводтары) эшләгән. 1863 й. тиклем таможня булған. 1847 й. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһе, 1873 й. — гимназия, 1879 й. — 1‑се ҡала йәмәғәт китапханаһы, 1884 й. — “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе, 1889 й. Троицк мосолман хәйриә йәмғиәте эргәһендә төрки телле халыҡтар өсөн “Нәжәт” йәмәғәт китапханаһы, 1915 й. уҡытыусылар семинарияһы һ.б. асыла. 1866 й. 2 сиркәү, 3 мәсет (ҡара: Троицк тарихи йәмиғ мәсеттәре) иҫәпләнгән. 20 б. башында таш синагога төҙөлә (1902); Т. аша Троицк т. юлы (Т.—Ҡустанай, Т.—Орск, Т.—Полетаево ст. линиялары) үтә. Т. м‑н Ғ.З.Рәсүлев, З.Х.Рәсүлев, М.Д.Халиҡов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Граждандар һуғышы ваҡытында 1917 й. дек. — 1919 й. авг. казактар, партизандар, РККА частары тарафынан бер нисә тапҡыр баҫып алына; совет власы урынлаштырыла. Хәҙ. Силәбе өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019