Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРУБИЦЫН Василий Андреевич

Просмотров: 370

ТРУБИЦЫН Василий Андреевич (6.1. 1917, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Воскресенское а., хәҙ. Ырымбур өлк. Гай р‑ны Воскресенка а. — 1994, Мәскәү), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1950—70 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтендә эшләй. “Һаумы, дала!” (“Здравствуй, степь!”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1948 й. сыға. “Ғүмер биттәре” (“Страницы жизни”; 1953), “Атай йорто” (“Отчий дом”; 1957), “Далалағы шишмә” (“Родник в степи”; 1960), “Ромашка” (1971) һ.б. йыйынтыҡтарының төп мотивы — тыуған яҡ тәбиғәтенең ҡабатланмаҫлығы, Рәсәй халыҡтарының дуҫлығы, урыҫ милли характеры. “Алтын Туймазы” (“Золотая Туймаза”; 1935), “Мәжит Ғафуриға” (“Мажиту Гафури”; 1949), “Ике Ватан” (“Две Родины”; 1962) һ.б. шиғырҙарында башҡ. тематикаһы сағыла. Б.Бикбай, Р.Й.Ғарипов, М.Кәрим, Р.Ниғмәти һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. Т. шиғырҙары башҡ. теленә Х.Т.Бикҡолов, Х.Ғиләжев, С.Кулибай, Ғ.Әмири һ.б. тарафынан тәржемә ителгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Из семи книг: стихи, поэма, вольные пер. Уфа, 1967; Январь — Васильев месяц. Уфа, 1973; Стихи. Уфа, 1977.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019