Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҒАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 337

ТУҒАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Сүлҙи й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 889 кеше; 1920 — 908; 1939 — 605; 1959 — 507; 1989 — 271; 2002 — 267; 2010 —229 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, (Борай урта мәктәбе 1 филиалы) фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 1726 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 313 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 132 йортта — 728 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, мейес сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019