Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЖИЛОВА-ОРДАНСКАЯ Елена Марковна

Просмотров: 357

ТУЖИЛОВА-ОРДАНСКАЯ Елена Марковна (9.4.1960, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2008), проф. (2009). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре. М.С.Орданскийҙың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) БАССР Прокуратураһында, 1983 й. алып Өфө иҫәп-хисапты механизациялау техникумында эшләй. 1991 й. башлап БДУ‑ла (2003 й. алып гражданлыҡ хоҡуғы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре гражданлыҡ хоҡуғына һәм халыҡ-ара хосуси хоҡуҡҡа арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы даими эшләгән третей суды рәйесе (2005 й. алып). Ҡаҙағстан Респ. Халыҡ-ара коммерция арбитраж суды судьяһы (2008 й. алып).

Х е ҙ м.: Понятие и способы защиты прав на недвижимое имущество. М., 2007; Проблемы защиты прав на недвижимость в гражданском праве России. М., 2007.

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019