Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 353

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 30 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1297 кеше; 1920 — 1190; 1939 — 937; 1959 — 612; 1989 — 295; 2002 — 346; 2010 — 355 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1744 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Туҙлыҡыуыш а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны) яһаҡлы татарҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1759 й. бында шул уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 28 йортта 172 кеше йәшәгән, 1865 й. 100 йортта — 1143 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 1906 й. мәсет, урыҫ‑башҡ. мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Х.Ф.Усманов, И.К.Фазлетдинов, К.Фазлый, М.Ә. Әхмәтйәнова ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019