Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, һаҙлыҡ

Просмотров: 344

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Өҫән й. басс. һаҙлыҡ. Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Өҫән й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 54,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, иң ҡалыны — 2,9 м. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, тал, ябай муйыл, ҡара ҡарағат, айыутабан, дарыулы ҡырҡъяпраҡ, йыйылма айрауыҡ, ҡарамаяпраҡ ерек ҡураһы, ҡарға күҙе, һаҙ ҡырҡбыуыны, ябай ҡуян ҡолағы һ.б. үҫә. Ҡоралай, мышы, үр ҡуяны, көйәҙ һандуғас, кәкүк, ҡамыш турғайы, мышар барҡылдағы һ.б. йәшәй.

Ә.М.Грәәев

Тәрж. А.Н.Күсеев  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019