Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙКИН Кәбир Кәрим улы

Просмотров: 369

 ТУЙКИН Кәбир Кәрим улы [1878, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Зәй‑Ҡаратай а. (ТР‑ҙың Лениногорск р‑ны) — 15.2.1938, Ҡазан], яҙыусы. Ф.К.Туйкиндың ағаһы. “Мөхәммәҙиә” (Ҡазан) мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң тыуған ауылында уҡытыусы, 1909 й. алып “Ваҡыт” типографияһында (Ырымбур ҡ.) хәреф йыйыусы, 1917 й. башлап төрлө мәктәптәрҙә эшләй, 1923— 29 йй. Бөгөлмә ҡ. урта мәктәп директоры. Т. берҙән‑бер һаҡланып ҡалған әҫәре — “Яман юлдаш” (1912) хикәйәһе, унда ябай халыҡтың ауыр тормошо, суд органдарының бюрократизмы күрһәтелгән. Ф.Туйкин м‑н берлектә “Төрөк тарихы” (1‑се бүлек, 1919; 2‑се бүлеге баҫылмаған) хеҙмәтен әҙерләй. Репрессиялана (1937), атыла. 1958 й. аҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984.

Ғ.С.Ҡунафин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019