Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙКИН Фазыл Кәрим улы

Просмотров: 491

ТУЙКИН Фазыл Кәрим улы [10.6. 1887, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Зәй-Ҡаратай а. (ТР‑ҙың Лениногорск р‑ны) — 15.2.1938, Ҡазан], яҙыусы. К.К.Туйкиндың ҡустыһы. “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1907) тыуған ауылында, 1909 й. алып Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Ташлыяр а. (ТР‑ҙың Мөслим р‑ны) уҡытыусы булып эшләй, 1911 й. башлап “Хакимиә” мәҙрәсәһендә, 1914 й. — төрлө мәктәптәрҙә уҡыта. 1931 й. Татар пед. техникумында (Бөгөлмә ҡ.) эшләгән сағында ҡулға алына (февр.—сент. төрмәлә ултыра), азат ителгәндән һуң уҡытыусы булып эшләй. Тәүге әҫәрҙәре 1908—09 йй. “Фекер” гәз. (Уральск ҡ.), “Шура” ж. донъя күрә. Шиғриәтенә милли колорит, башҡ. фольклоры традицияларына мөрәжәғәт итеү хас. “Нардуған” (1915) шиғри йыйынтығында тыуған яҡтың тәбиғәтенә дан йырлана, башҡ. ерҙәрен талау проблемаһы күтәрелә. “Һуғышсы Сатыш әфәнде” хикәйәһе патриотизм мотивтары м‑н һуғарылған. “Ватан ҡаһармандары” тарихи драмаһында башҡ. халҡының Ватан һуғышында (1812) күрһәткән батырлығы һүрәтләнә, дини фанатизмды фашлаған “Тормош ҡорбандары” (бөтәһе лә — 1912) драмаһында шәхестең азатлығы өсөн көрәш сағыла; пьесалары “Нур” труппаһы тарафынан Өфө, Ырымбур ҡҡ. ҡуйыла. Балалар өсөн яҙылған “Сәлих бабай” (1922) пьесаһы авторы. “Йырҙар әхтәрисе” (1912) башҡ. һәм татар халыҡ йырҙары, “Йырҙар мәжмүғәһе” (“Йырҙар йыйынтығы”) йыйынтыҡтарын, “Әхкәме ислам” (“Ислам ҡанундары”; икеһе лә — 1914) дәреслеген төҙөүсе. Уның тарафынан Мәүлә Ҡолой, Исмәғил Бикмөхәмәт һ.б. әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары табыла. Ваҡытлы матбуғатта мәғариф проблемалары, йәмғиәттә ҡатын‑ҡыҙҙың урыны т‑да публицистик мәҡәләләр м‑н сығыш яһай. К.Туйкин м‑н берлектә “Төрөк тарихы” (1‑се бүлек, 1919; 2‑се бүлеге баҫылмаған) хеҙмәтен әҙерләй. Репрессиялана (1937), атыла. 1958 й. аҡлана. Зәй-Ҡаратай урта мәктәбенә яҙыусының исеме бирелгән, унда Т. музейы эшләй. Тыуған ауылында уның исеме м‑н урам аталған; Т. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ватан ҡаһармандары: шиғырҙар, йырҙар, поэма, хикәйә һәм пьесалар. Өфө, 2007.

Әҙәб.: Н ә ҙ е р ғ о л о в М. Мул емешле ижад //Ағиҙел. 2002. №5.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019