Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘРХШАТОВ Марс Нурулла улы

Просмотров: 450

ФӘРХШАТОВ Марс Нурулла улы (24.9.1955, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй: 1982—86 йй. ВЛКСМ ком‑ты секретары, 1997 й. алып тәрбиә эше һәм соц.‑көнкүреш мәсьәләләре, 2008 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1999—2005 йй. металдар технологияһы һәм машиналар ремонтлау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге туҙған деталдәрҙе уларға материалдарҙы электр контактлы иретеп йәбештереү ысулы м‑н тергеҙеүҙең ресурс һаҡлаусы технологияларын эшләүгә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: О конкурентоспособности в сфере производства и обращения сельскохозяйственного сырья. Уфа, 2006 (авторҙ.); Применение магнитных устройств при восстановлении изношенных деталей. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019