Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

Просмотров: 848

ТУЙМАЗЫ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ, “Башнефть‑Геострой” ЯСЙ филиалы. Туймазы р‑ны Ҡандра а. урынлашҡан. Быраулау, төрлө тәғәйенләнештәге скважиналарҙы үҙләштереү, йыһазландырыу, ремонтлау; технологик йыһаз, инструмент, ҡорамалдар һ.б. етештереү м‑н шөғөлләнә. Составына быраулау һәм скважиналарҙы үҙләштереү (Ҡандра, Бәләбәй һәм Пыть‑Ях ҡҡ.), капиталь ремонт, скважиналарҙы һынау, вышка-монтаж, быраулау, энергетика ҡорамалдарын, торбалар һәм быраулы турбиналарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү, автотранспорт цехтары; балсыҡ хужалығы инә. 2009 й. 989 кеше эшләгән; 105,2 мең м тау тоҡомо бырауланған, 72 скважина файҙаланыуға тапшырылған. Төп заказсылары — БР-ҙың һәм РФ-тың нефть һәм газ сығарыу пр‑тиелары.

1949 й. Көнбайыш разведка быраулау контораһы булараҡ ойошторола, 1970 й. башлап Октябрьский быраулау эштәре идаралығы, 1972 й. Бәләбәй һәм Туймазы быраулау эштәре идаралығына бүленә, составына 1995 й. алып Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы, Бәләбәй һәм 1-се Туймазы технологик транспорт идаралыҡтары инә, 1995 й. алып “Башнефть” АНК филиалы, 2002 й. — “БурКан” ЯСЙ, 2008 й. хәҙ. статусын һәм исемен ала. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапšыр девондың терриген ҡатламдарында горизонталь быраулау (2002), респ. — ҡатламдарҙы модулле ҡырҡҡыс (1986) индерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976). Пр‑тие м‑н М.Е.Коротков, В.Г.Логинов, Х.А.Солтанов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.С.Ғилметдинов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019