Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТТӘХОВ Мөхәррәм Миңлеяр улы

Просмотров: 341

ФӘТТӘХОВ Мөхәррәм Миңлеяр улы (8.8.1956, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып автомобиль юлдары һәм төҙөлөш производствоһы технологиялары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2011—15 йй. архитектура-төҙөлөш ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы объекттарҙы төҙөүҙе геодезик яҡтан тәьмин итеү һәм уларҙы файҙаланыу проблемаларына арналған. Т. тарафынан нефть‑газ тармағындағы үткәргес торба системаларын ерҙе ҡаҙымайынса тергеҙеү ысулдары уйлап сығарылған һәм камиллаштырылған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Элементы дорожной геометрии. Уфа, 2007; Транспорт углеводородного сырья по трубопроводам из полимерных и композитных материалов. СПб., 2011 (авторҙ.); Моделирование параметров автомобильных дорог в архитектурно‑ландшафтном проектировании. Уфа, 2014 (авторҙ.).

А.И.Ғәбитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019