Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙӨМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 535

ТУЙӨМБӘТ, Б а й а у ы л, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Көнс. табан 44 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 238 кеше; 1920 — 275; 1939 — 182; 1959 — 187; 1989 — 116; 2002 — 150; 2010 — 140 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Биишева З. музейы бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Ҡазбулат Туйөмбәтов билдәле. Шулай уҡ Ҡараер, Айһай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 121 йортта 120 кеше йәшәгән, 1866 й. 58 йортта — 344 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет теркәлгән. 1900 й. шулай уҡ мәктәп булған. Ә.Ғ.Бейешев, З.А.Биишева, Х.А.Ҡорбанаева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019