Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙТҮБӘ

Просмотров: 413

ТУЙТҮБӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Туғыҙлы а. киңлегенән Әй й. киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 21 км, БР‑ҙа — 15 км, киңлеге 4—9 км, абс. бейеклеге 497 м. Рельефы тәпәш таулы, көньяҡ өлөшөндә йылға үҙәндәре һәм тау араһындағы уйпатлыҡтар м‑н йырғыланған. Турней ярусы һәм башҡорт ярусы эзбизташтарынан һәм доломиттарынан ғибәрәт. Һыртта Әй й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора.

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019