Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 329

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 499 кеше; 1920 — 141; 1939 — 158; 1959 — 182; 1989 — 144; 2002 — 119; 2010 —121 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Тайыш исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Ташмәсет, Тегемәсет булып теркәлгән. 1795 й. (хәҙ. исемдә) 13 йортта 65 кеше йәшәгән, 1865 й. 15 йортта — 94 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019