Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠАЙ Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы

Просмотров: 942

ТУҠАЙ (Туҡаев) Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Мөхәммәтғариф улы; 14.4.1886, Ҡазан губ. Ҡушлауыс а. — 2.4.1913, Ҡазан), татар шағиры, публицист. Яңы татар әҙәбиәтенә, хәҙ. татар теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Шағирҙың күп яҡлы фекерләү оҫталыƒы һәм шәхесе уның ижадында татар халҡының күп образлы тормош картиналарын тыуҙырыуға булышлыҡ итә, 20 б. башы татар шиғриәтендә ул мөһим урынды биләй. Т. ижады демократик идеалдарҙы данлау һәм яҡлау рухы м‑н һуғарылған. “Дуҫтарға бер һүҙ”, “Хөрриәт хаҡында” (икеһе лә — 1905; татар телендә) шиғырҙарында, “Партиялар” (1907) мәҡәләһендә һ.б. капиталистик йәмғиәттәге халыҡ массаларының трагедияһы асыла, демократия, азат милли мәҙәниәт өсөн көрәш пропагандалана. “Бесән баҙары, йәки Яңы Киҫекбаш”, “Ишан” (икеһе лә — 1908), “Дача” (1911) һ.б. сатирик әҫәрҙәрендә самодержавие, ҡара груһ либераль буржуазияһы, дини фанатизм фашлана. “И, ҡәләм!” (1906), “Шағирға” (1908) шиғырҙарының, “Милли тойғо” (1906), “Тәнҡит — кәрәкле әйбер” (1907) мәҡәләләренең нигеҙендә — халыҡтың рухи тормошо һәм шағирҙың бурысы т‑да уйланыуҙар. Балалар өсөн яҙылған “Ынйы бөртөктәре” (1909), “Балалар күңеле”, “Күңелле сәхифәләр” (икеһе лә — 1910), “Мыяубикә” (1911) һ.б. шиғырҙар йыйынтығы авторы. “Халыҡ әҙәбиәте” (1910; бөтәһе лә — татар телендә) лекцияһында башҡ. йырҙарының үҙенсәлеге тасуирланған. 1912 й. яҙында Өфөгә килә, М.Ғафури м‑н осраша. Т. башҡорт әҙәбиәтенең үҫешенә, С.С.Яҡшығолов, Д.Юлтый, С.Ҡудаш, Б.Бикбай һ.б. ижадында яңы һыҙаттарҙың формалашыуына йоғонто яһай. Шағирҙың Өфөгә килеүе т‑да С.Ҡудаш тарафынан “Яҙҙы ҡаршылағанда” (1951) повесы яҙыла; С.Агиш, К.Мәргән, С.Ғ.Сафуанов, Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б. мәҡәләләрендә уның Башҡортостан м‑н ижади бәйләнештәре яҡтыртылған. Т. ºҫәрҙәре б‑са Ҡурсаҡ театрында, Опера һәм балет театрында, респ. башҡа театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла. Уның исеме м‑н Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡҡ., респ. башҡа торама пункттарында урамдар; Башҡ‑н йылға пароходсылығының пассажир теплоходы аталған. Өфөлә шағир туҡтап киткән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шиғырҙар. Әкиәттәр. Өфө, 1977; Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө, 1986; Шиғырҙар. Өфө, 2006.

Әҙәб.: Туҡай Башҡортостанда: иҫтәлектәр, шиғырҙар, хикәйәләр һәм мәҡәләләр. Өфө, 1966; У з и к о в Ю.А., Н а й м у ш и н П.А. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019