Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 357

ТУҠАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Йылболаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 60 кеше; 1939 — 185; 1959 — 220; 1989 — 134; 2002 — 133; 2010 — 123 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1919 й. Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Йылболаҡтамаҡ а. кешеләре Роза Люксембург ис. ширҡәт булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 1939 й. ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 50‑се йй. башында хәҙ. статусын ала. Т.Ғ.Ниғмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019