Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠАЙ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 517

ТУҠАЙ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Дүшәмбикә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 99 кеше; 1959 — 130; 1989 — 157; 2002 — 173; 2010 — 183 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында ш. уҡ кантондың Дүшәмбикә а. кешеләре утар булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 3 йорт иҫәпкә алынған. 80‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019