Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠАН, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 317

ТУҠАН, Белорет р‑нындағы ауыл, Туҡан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 78 км һәм Олойылға т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 251 кеше; 1920 — 440; 1939 — 3220; 1959 — 5542; 1989 — 2305; 2002 — 1805; 2010 — 1331 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙендә Туҡан тимер мәғдәне ятҡылығы эшкәртелә башлауға бәйле Туҡан руднигы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1888 й. алып билдәле. 1938 й. алып ҡала тибындағы Туҡан ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 1976 й. башлап Белорет ҡ. составында, 2005 й. хәҙ. статусын ала. И.А.Аверьянов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019