Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠБИРҘЕ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 404

ТУҠБИРҘЕ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 7 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 83 км алыҫлыҡта Ходьяр й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 800; 1939 — 807; 1959 — 670; 1989 — 498; 2002 — 515; 2010 — 426 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Имәләс, Ҡусаҙы, Мәләс исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 61 йортта 388 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. шулай уҡ министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019