Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠМАҠ‑ҠАРАН, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 359

ТУҠМАҠ‑ҠАРАН, Ғ а у ы л, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 18 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 286 кеше; 1920 — 306; 1939 — 318; 1959 — 205; 1989 — 86; 2002 — 103; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1739 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са сауҙагәр һәм яһаҡлы татарҙар килеп ултырған, улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән). 1795 й. 13 йортта 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта — 145 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019