Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЁДОРОВ Сергей Владимирович

Просмотров: 600

ФЁДОРОВ Сергей Владимирович (12.6.1968, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) 1994 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1997 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре эндокрин ауырыуҙар һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары (аяҡ ҡан тамырҙарының диабетик ангионейропатияһы, ҡан тамырҙарының окклюзив зарарланыуы) этиологияһына һ.б. арналған. Ф. ҡатнашлығында рефлюкс‑эзофагитты, гастродуоденаль сей яраларҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау, ағыулы диффуз боғаҡ м‑н ауырығандарҙың операциянан һуңғы гипотиреозын иҫкәртеү, дауалау, артериаль реконструкциялау өсөн биопротез алыу ысулдары, нейроселтәр технологиялары ҡулланып ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын диагностикалауҙың интеллектуаль системаһы эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019