Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠҺАНБАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 519

ТУҠҺАНБАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 368 кеше; 1920 — 508; 1939 — 385; 1959 — 300; 1989 — 195; 2002 — 172; 2010 —128 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, Аҡмулла М. музейы, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1747 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттары килеп ултырған). 1793 й. ш. уҡ шарттарҙа Минзәлә өйәҙе Ҫарылы‑Мең улусы Һарыһаҙ‑Тәкермән а. башҡорттарҙың яңы төркөмө күсеп ултырған. 1795 й. 15 йортта 61 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта — 191 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете теркәлгән. Аҡмулла ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019