Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠТАҒОЛ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 345

ТУҠТАҒОЛ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Туҡтағол а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 34 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 112 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1184 кеше; 1920 — 1477; 1939 — 784; 1959 — 629; 1989 — 483; 2002 — 459; 2010 — 409 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1610 й. алып билдәле. 1755 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 19 б. 1‑се ярт. ш. уҡ мишәрҙәр иҫәпкә алынған. 1795 й. 313 кеше йәшәгән, 1865 й. 161 йортта — 829 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, 2 һурҙырғыс, 3 һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.М.Раянов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019