Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠТАР, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 345

ТУҠТАР, Благовещен р‑нындағы ауыл, Волков а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 240 кеше; 1920 — 256; 1939 — 259; 1959 — 270; 1989 — 209; 2002 — 136; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Бөрө өйәҙе Туҡтар а. (хәҙ. Мишкә р‑ны) кешеләре Яңы Туҡтар исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Тоҡтар, Тухтар исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 15 йортта 84 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019