Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛВИНСКИЙ Шәйхулла Сибәғәт улы

Просмотров: 381

ТУЛВИНСКИЙ (Зәйнин) Шәйхулла Сибәғәт улы [1.8.1886, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Усть‑Ашап а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) — 15.10.1970, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Түб. Тәтешле а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Тәтешле а.], шағир. Пермь губ. Уҫы өйәҙе Солтанай а. (хәҙ. Барҙы р‑ны) мәҙрәсәһендә уҡыған, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, “Ғосмания” мәҙрәсәһен (1909) тамамлаған. 1906—21 йй. Өфө һәм Пермь губ. мәктәптәрендә, 1922 й. алып Бөрө кантоны Иҫке Ҡаҙансы а. (Асҡын р‑ны), 1931—56 йй. Түб. Тәтешле а. уҡыта. Тәүге әҫәрҙәрен 1910 йй. башында “Шура” ж., “Ваҡыт” гәз. баҫтыра. Ижадында мәғрифәтселек традициялары ҙур урын алып тора. Шиғырҙарында йәштәрҙе белем алырға өндәй (“Тырышлыҡ”, “Балаға” һ.б.), фәҡирлектә йәшәгән ауыл уҡытыусыларына теләктәшлек белдерә (“Ауылда хәлфә”, “Тормошом” һ.б.), наҙан дин әһелдәренән көлә (“Йома көн” һ.б.), соц. тигеҙһеҙлеккә ҡаршы (“Әхмүш” һ.б.), ирҙәр м‑н ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлы булыуҙарын яҡлап (“Ситлектән осҡан һандуғасҡа” һ.б.) сығыш яһай. Шағирҙың ижадында ш. уҡ әкиәттәр, хикәйәләр бар. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1-се кит. Поэзия. Өфө, 1983; Я й ы ҡ б а е в К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре. Өфө, 2003.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019