Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛҒАУ

Просмотров: 376

ТУЛҒАУ, ә й т е м, ҡобайырҙың бер төрө, кешенең йәне, тәбиғәт һәм йәмғиәт т‑да тулы фәлс. йомғаҡлауҙарҙы үҙ эсенә алған дидактик характерҙағы сюжетһыҙ әҫәр. Думбыраға ҡушып башҡарыла. Т. композицион нигеҙен мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар тәшкил итә. Һәр бер строфа (парлы йәки ҡатнаш рифмаларҙан торған 4—30 йәки унан күберәк юлдар) бер күренеште төрлө яҡлап асыҡлай. Тематикаһы б‑са үҙ илеңде баһаларға һәм һаҡларға саҡырыусы гражданлыҡ (“Күлдә йөрөгән аҡ өйрәк...”, “Батыр‑егеттәргә атай‑олатайҙар һүҙе”, “Бейек тауҙың үлгәне” һ.б.) һәм тормош‑көнкүреш (“Яман яҡшы булалмаҫ”, “Бур байыҡмаҫ...”, “Бай менән ярлы” һ.б.) Т. айырыла. Кеше ғүмеренең һәр айырым ун йыллыҡ циклына тейешле ҡылыҡһырлама биргән Т. айырым урын алып тора, мәҫ.: “Бер йәшемдә бер нәмә лә белмәнем, ти, / Ун йәшемдә уйнап туя алманым, ти, /Алтмыш йәштә алғыр бүреләй булырмын, ти, Етмеш йәштә, етеп, бүре һуғалмам, ти...” (“Ир-егеттең ғүмере” Т.). Асан Ҡайғы, Һабрау йырау, Шалғыҙ йырау һ.б. жанрҙың билдәле оҫталары була. Байтаҡ төрки телле халыҡтарҙа осрай.

Әҙәб.: К и р ә е в А.Н. Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1981; Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө кит. Эпос. Өфө, 1982.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019