Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛЕНКОВ Константин Иванович

Просмотров: 404

ТУЛЕНКОВ Константин Иванович (15.4.1908, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Үҙән а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны, — 17.5.1978, Магнитогорск ҡ.), инженер‑металлург. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1938) Чусов металлургия з‑дының (Свердловск өлк.) смена инженеры, 1939 й. алып Белорет ҡорос сым-канат з‑дында инженер, 1940—41 йй. һәм 1946 й. алып үҙәк завод лаб. начальнигы. 1956 й. башлап Бөтә Союз металл изделиелар сәнәғәте ҒТИ‑нда (Магнитогорск) баш инженер. Т. тарафынан ҡорос цинк сым етештереү ысулы уйлап табылған һәм индерелгән. Т. етәкс. туҙыуға тотороҡло сеткалар, юғары марганцовкалы Г12 ҡоросон электр-контактлы ҡыҙҙырыу м‑н эҫе килеш һуҙыу технологияһы (сеткаларҙың тотороҡлоғон 20 тапҡырға арттырырға булышлыҡ итә); металлокорд өсөн еҙ сым алыу ҡорамалдары, шиналар һәм резина‑техник изделиеларҙы арматуралау өсөн трос эшләнгән. 30‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Сталин пр. лауреаты (1952). Халыҡтар дуҫлығы орд. м-н бүләкләнгән (1973).

Х е ҙ м.: Волочение стальной оцинкованной проволоки. М., 1953 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019