Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛЫБАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 363

ТУЛЫБАЙ, 3 ‑ с ө  ф е р м а, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 296 кеше; 1959 — 342; 1989 — 375; 2002 — 378; 2010 — 319 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Союзскотоводтрест”ың Башҡ‑н контораһының Дим с‑зын ойоштороуға бәйле 3‑сө Ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Йәйләү хужаһы Тулыбай Аҙнаев исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. 1992 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019