Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҢҒАТАР, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 408

ТУҢҒАТАР, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Ҡорама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 870 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 970; 1959 — 733; 1989 — 601; 2002 — 562; 2010 — 504 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Саңғалык диорит карьеры” ААЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп (Комсомол урта мәктәбе филиалы), амбулатория, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Барын-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Туңғатар Ҡорҡасыҡов исеме м‑н аталған. 1795 й. 48 йортта 268 кеше йәшәгән, 1866 й. 128 йортта — 732 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған; улус идараһы, почта станцияһы урынлашҡан. 1900 й. 2 мәсет, 3 мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. Т. — 7‑се башҡ. кантонының үҙәге булған (1855 й. ҡарата). 20 б. башында ауылда С.И.Руденко булған. Р.С.Кәримова, И.Ф.Сиражетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019