Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПАҠ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 575

ТУПАҠ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Моһаҡ й. (Йәнгел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 414 кеше; 1920 — 634; 1939 — 466; 1959 — 435; 1989 — 687; 2002 — 684; 2010 — 718 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (20 йортта 139 кеше йәшәгән). Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улдары Вәлит, Дәүләтша, Моратша Тупаҡовтар билдәле. Шулай уҡ Алдағол, Ҡуҡай, Тупаҡ Башай булараҡ теркәлгән. 1866 й. 60 йортта 341 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019