Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫ ЙЫРҒЫСЛАУ

Просмотров: 333

ТУПРАҠТЫ ЙЫРҒЫСЛАУ, ер эшкәртеү алымы; тупраҡта битләү арҡыры тәрәнлеге 40—60 см, киңлеге 5—8 см, аралары 1,4 м (битләү текәлегенә ҡарап ике йырын араһының киңлеге — 5—12 м) булған йырындар йырыу. Ҡар һәм ямғыр һыуы ағымын көйләүгә, тупраҡтың һыу үткәреүсәнлеген, һауа әйләнешен яҡшыртыуға, үҫемлектәрҙең тамыр системаһы үҫешенә, битләүле ерҙәрҙә тупраҡ эрозияһына юл ҡуймауға булышлыҡ итә. Т.й. 3—10° ауышлыҡта булған туңға һөрөлгән ерҙәрҙә, ужым культуралары, күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрендә (көҙөн тупраҡтың өҫкө ҡатламы туңғанда), болондарҙа, көтөүлектәрҙә, сабынлыҡтарҙа махсус йырын йырғыс ҡорал (ЩН‑2‑140) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Т.й. ваҡытында йырын йырғыстың һәр бер таяуы алдына кәҫте ҡырҡыу өсөн дискылы бысаҡ ҡуйыла. Башҡортостанда Т.й. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 1960—70 йй. һәм 80‑се йй. башында Бөрө тәжрибә‑производство хужалығында һоро урман тупрағында (Э.Ф.Әхмәров), 1980—85 йй. Бүздәк р‑нының ш. уҡ исемле с‑зында ҡара тупраҡта (М.Ғ.Сираев) үткәрелә: тупраҡтың йыуылыуы күҙәтелмәй, яҙғы дым запасы 300—320 м3/га тиклем арта. 1980—90 йй. Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығында Т.й. һөҙөмтәһендә битләүле көтөүлектәрҙә ҡоро үлән ауырлығының уңдырышлылығы 30%‑ҡа күтәрелә (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, М.Ҡ.Харисов).

Әҙәб.: С и р а е в М.Г. Наука и практика землепашцев. 3‑е изд., доп. Уфа, 2009.

М.Ғ.Сираев, Б.Т.Щербаков

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019