Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРАСЫ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 333

ТУРАСЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 131 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 633 кеше; 1920 — 841; 1939 — 728; 1959 — 507; 1989 — 244; 2002 — 250; 2010 —205 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1693 й. алып билдәле. 1704 й. тиклем бында керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Байлар улусы башҡорттары килеп ултырған. 1795 й. 24 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 100 йортта — 495 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, ҡап тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, тирмән теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019