Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРБАҪЛЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 332

ТУРБАҪЛЫ, Я ң ы  Ю р м а ш, Иглин р‑нындағы ауыл, Турбаҫлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Шаҡша т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Юрмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 472 кеше; 1920 — 610; 1939 — 805; 1959 — 727; 1989 — 414; 2002 — 389; 2010 — 419 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Юрмаш а. кешеләре нигеҙ һала. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. Т. Яңы Юрмаш а. (Р.Ғ.Әхмәтйәновтың тыуған ауылы) ҡушылған. Ауыл эргәһендәге 1903—11 йй. ултыртылған ҡарағайлыҡ — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019