Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРИЗМ, ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҺӘМ ЭКСКУРСИЯЛАР ҮҘӘГЕ

Просмотров: 374

ТУРИЗМ, ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҺӘМ ЭКСКУРСИЯЛАР ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1932 й. Башҡ‑н үҙәк балалар экскурсия‑туристик станцияһы булараҡ асыла, 1941 й. Респ. балалар экскурсия‑туристик станцияһы, 1946 й. алып Башҡ‑н респ. балалар экскурсия‑туристик станцияһы, 1977 й. — Респ. йәш туристар станцияһы, 1991 й. — Респ. балалар‑үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсияһы үҙәге, 2003 й. — Респ. балалар һауыҡтырыу‑белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге. 1941—46 йй. эшләмәй. Балаларҙы өҫтәлмә уҡытыу системаһында туристик‑тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсия эшмәкәрлегенә ойоштороу-методик етәкселек итеү үҫешен тормошҡа ашыра. Эштең төп формалары: уҡыусыларҙың балалар берекмәләрендә шөғөлләнеүе; туризм б‑са ярыштар, походтар, слёттар, курстар, семинарҙар, экскурсиялар, экспедициялар, профилле лагерҙар ойоштороу һәм үткәреү. БР Мәғарифты үҫтереү тарихы музейы эшләй. Үҙәк — Бөтә Рәсәй балаларҙы өҫтәлмә уҡытыуҙа авторлыҡ программалары конкурсы (2002) һәм уҡыусылар м‑н туристик‑тыуған яҡты өйрәнеү, экскурсия эшмәкәрлеген ойоштороусыларға ярҙамға методик материалдар конкурсы (2001, 2008) еңеүсеһе. Үҙәк 21,8 меңдән ашыу кеше (2010) шөғөлләнгән 23 ойошма һәм 1416 балалар туристик‑тыуған яҡты өйрәнеү берекмәһе эшмәкәрлеген алып бара. Дир.: Г.Х.Әхмәров (1954 й. алып), Л.В.Темнова (1972 й. алып), В.П.Коновалова (1984 й. алып), В.В.Кайзер (1988 й. алып), И.В.Лифанова (1994 й. алып).

И.В.Лифанова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019