Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРТЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 434

ТУРТЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Вояҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Вояҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 727 кеше; 1939 — 623; 1959 — 563; 1989 — 169; 2002 — 125; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1851 й. Бөрө өйәҙе Уран улусының Бәҙрәш (хәҙ. Тәтешле р‑ны), Ҡарман, Ҡыҙылъяр аа. кешеләре үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1859 й. 33 йортта 174 кеше йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019