Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУСЫБАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 417

ТУСЫБАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Тусыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 90 км алыҫлыҡта Шурпанғош й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 881 кеше; 1920 — 1019; 1939 — 862; 1959 — 778; 1989 — 467; 2002 — 464; 2010 — 381 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Таҙлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, Туйсыбай булараҡ алып 1722 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1729 й.) билдәле. Тәүге төпләнеүсе Туйсыбай Яҡшымбәтов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Туйсы(у)бай булып теркәлгән. 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 31 йортта 181 кеше йәшәгән, 1865 й. 127 йортта — 679 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Туйсыбай (Иҫке Туйсыбай) булараҡ иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019