Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУТ

Просмотров: 347

ТУТ, үҫемлектәрҙең тут бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Вегетатив ағзаларҙа ҡыҙғылт көрән пустулалар барлыҡҡа килә, эпидермис тишелгән осраҡта уларҙан бәшмәк споралары ҡойола. Иген, техник культуралар, ҡырағай үләндәр, ағас һәм ҡыуаҡтар зарарлана. Ауырыу үҫемлектәрҙең матдәләр алмашыныуы боҙола, транспирацияһы көсәйә, япраҡтары ваҡытынан алда ҡорой, фотосинтетик активлығы түбәнәйә. Башҡортостанда иң зарарлылары: ҡыяҡлыларҙың һабаҡ (һыҙыҡ) һәм һары Т., ужым арышы һәм яҙғы бойҙайҙың — көрән, һолоноң — таж, ҡарағат һәм крыжовниктың бокал Т., клевер, люцерна, көнбағыш, ҡурайеләге, ҡайын, тирәк, ҡарағас Т. Ауырыуҙы тыуҙырыусылар ужым культуралары һәм күп йыллыҡ ҡыяҡлыларҙың тамырһабаҡтарында, үҫемлек ҡалдыҡтарында ҡышлай. БР‑ҙа иген культуралары уңышын Т. арҡаһында йыллыҡ юғалтыу 15—20% тәшкил итә. Көрәш саралары: тотороҡло сорттар үҫтереү, тәрән һөрөү, ҡый үләндәрен һәм үҫемлек ҡалдыҡтарын юҡ итеү, орлоҡтарҙы таҙартыу һәм ағыулау, сәсеүлектәрҙе фунгицидтар м‑н эшкәртеү һ.б. саралар. 20 б. 60—70‑се йй. Ауыл хужалығы институтында тут бәшмәктәренең биологияһы, раса составы өйрәнелә (Р.Н. Камалетдинова), 80—90‑сы йй. Аграр университетта (М.М.Ғәниев, В.Д.Недорезков) һәм БНИИСХ‑ла (М.Й.Миңлекәев) Т. м‑н көрәшеүҙең агротехник, химик һәм биол. ысулдарын эшләү һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: Г а н и е в М.М., Н е д о р е з к о в В.Д., Г а н и е в Р.М. Защита полевых культур. Уфа, 2003.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019