Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУФАН Хәсән Фәхри улы

Просмотров: 360

ТУФАН Хәсән Фәхри улы (27.11. 1900, Ҡазан губ. Иҫке Кирәмәт а. — 10.6.1981, Ҡазан), шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1914—18). “Йырҙар, шиғырҙар” (1958), “Дауыллы йылдар лирикаһы” (1970), “Лирика” (1980; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Шиғриәтенә юғары гражданлыҡ, яңғырау масштаблығы, фәлсәфәүилек хас. Ҡайһы бер әҫәрҙәрендә Башҡортостандың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә дан йырлана (“Һин миңә изге юл теләнең”, “Ул йәш ине”, “...Ә ер барыбер әйләнә”; бөтәһе лә — татар телендә). Өфөлә РСФСР Яҙыусылар союзының Ойоштороу ком‑ты пленумында (1958), 4—6‑сы БАССР яҙыусылары съездарында ҡатнаша. Т. шиғриәте башҡ. шағирҙары Б.Бикбай, Б.Вәлид, Р.Ниғмәти, Ғ.Сәләм һ.б. ижадына йоғонто яһай. Уның шиғырҙарына Б.М.Ғайсин һ.б. композиторҙар йырҙар ижад иткән. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1965).

Ә ҫ ә р ҙ.: Йөрәк дәфтәрҙәренән: шиғырҙар. Өфө, 1960.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019