Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘН АҠБАШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 350

ТҮБӘН АҠБАШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 284 кеше; 1920 — 387; 1939 — 349; 1959 — 162; 1989 — 76; 2002 — 125; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 18—19 бб. араһында Өфө өйәҙе Ҡаршын улусының Аҡбаш а. (хәҙ. Үрге Аҡбаш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 145 йортта 832 кеше (Үрге Аҡбаш һәм Урта Аҡбаш аа. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1896 й. Т.А. (Сорокин) исеме м‑н теркәлгән, мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете булған. Ә.Ғ.Садиҡова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019