Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘН ТАҠЫЯ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 346

ТҮБӘН ТАҠЫЯ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Шушнур а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 51 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 662 кеше; 1920 — 679; 1939 — 574; 1959 — 728; 1989 — 343; 2002 — 280; 2010 — 235 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1759 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Таҡыя исеме м‑н яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Туҡыя, Та(у)тыя исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 54 йортта 360 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 8 һыу тирмәне, ат м‑н ярма ярғыс булған. 19 б. аҙ. Үрге Таҡыя/Яңы Таҡыя (20 б. 80‑се йй. бөтөрөлә) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1920 й. Иҫке Таҡыя исеме м‑н иҫәпкә алынған. 1906 й. шарап һәм 2 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. И.И.Иҫәкәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019