Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ, Шишмә р‑нындағы утар

Просмотров: 373

ТҮБӘНГЕ, Шишмә р‑нындағы утар, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Балышлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 152 кеше; 1959 — 174; 1989 — 171; 2002 — 171; 2010 — 188 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Клуб бар.

Утарға 20 б. 30‑сы йй. “Смычка” с‑зы ойошторолоу ваҡытында Совхоздың беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019