Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮКӘТ 1‑cе, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 381

ТҮКӘТ 1‑cе, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Нуҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 392 кеше; 1920 — 373; 1939 — 199; 1959 — 186; 1989 — 145; 2002 — 153; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Түкәт исеме м‑н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Түкәт Ялсы исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Тимербай булараҡ теркәлгән. 19 б. уртаһында 2‑се Түкәт бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1866 й. 60 йортта 272 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019